Кисә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров халыҡҡа медицина ярҙамының нисек күрһәтелгәне, уның сифаты хаҡында кәңәшмә үткәрҙе. Сарала Хөкүмәт ағзалары, муниципалитет башлыҡтары, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары етәкселәре, эксперттар, тармаҡ ветерандары ҡатнашты.
– Медицина өлкәһендә проблемалар барлығы һәр кемгә мәғлүм. Был мине лә, беҙҙең халыҡты ла ныҡ борсой, – тине Радий Фәрит улы. – Йәшермәйем: минең почтам кешеләрҙең ошо мәсьәләгә бәйле ялыуҙарынан, үпкә һүҙҙәренән “шартлар” хәлгә етте. Әлбиттә, был һорауҙар буйынса шөғөлләнәсәкмен.
Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, юғары квалификациялы медицина белгестәрен әҙерләп, республикала ҡалдырыу мөһим йүнәлеш булып тора. Улар өсөн тейешле шарттар булдырыу – муниципалитет башлыҡтары һәм баш табиптарҙың да бурысы , тип билдәләне Радий Хәбиров.