Һәр яҡтың да мәнфәғәттәре иҫәпкә алынасаҡ18.10.2018
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа легаль булмаған пассажир ташыусылар мәсьәләһен хәл итеү өсөн ойошторолған эш төркөмөнөң тәүге ултырышы булып уҙҙы. Уны парламент Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов алып барҙы.

– Беҙҙең алға ике маҡсат ҡуйыла: беренсеһе – “Башҡортостан Республика биләмәһендә автомобиль транспорты һәм ҡала ер өҫтө электр транспорты менән хеҙмәтләндереү тураһында”ғы Закондың нисек үтәлешен тикшереү, икенсеһе – транспорт хеҙмәтләндереүенең сифатын яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләү, – тине Рөстәм Рифат улы.

Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе, эш төркөмө рәйесе урынбаҫары Тимур Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, бөгөн баш ҡалабыҙ халҡын өс меңдән ашыу транспорт сараһы хеҙмәтләндерә, шуның 260 берәмеге – “Башавтотранс” автобустары. Өфө урамдарында мең ярым самаһы бәләкәй автобус йөрөй, шуларҙың 42 процентының рөхсәте юҡ.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдинов, ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Андрей Федосов, Art-Lex адвокаттар коллегияһы вәкиле Марина Максимова һәм башҡалар легаль булмаған автотранспорттың муниципаль властар менән килешеү нигеҙендә эшләүенә өлгәшеү өсөн ҡануни нормаларҙы камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерҙе. Улар барыһы ла әлеге Законға үҙгәрештәр индергәндә ҡараласаҡ.



Вернуться назад