Бөгөн Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәрендәге бәләкәй эшҡыуарлыҡтың IV форумы башланды. Башҡортостан ерендә сара быйыл дүртенсе тапҡыр ойошторола.
Форумдың пленар ултырышын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов асып:
– Сараның йылдан-йыл популяр була барыуы бик ҡыуаныслы, был иҡтисади хеҙмәттәшлектең һөҙөмтәлелеген иҫбатлай. Дүрт йыл эсендә форумда 26 дәүләттән, 63 төбәктән дүрт меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, – тине.
Халыҡ-ара ойошманың Өфө декларацияһы һәм БРИКС-тың Иҡтисади үҫеш стратегияһы буйынса, өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тап бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү тора. Унан тыш хеҙмәттәшлекте координациялау өсөн махсус офис булдырылған, ул да уңышлы эшләй. Сараның инглиз, рус, ҡытай телдәрендә алып барылған махсус сайтында тейешле мәғлүмәт менән танышырға, хеҙмәттәшлек итеү юлдарын табырға була.
Перспективалы инвестиция проекттарының уртаҡ каталогын төҙөү ҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Әлеге ваҡытта унда 98 миллиард һумлыҡ инвестицияларҙы күҙаллаған 102 проект теркәлгән.
Сараның тағы бер мөһим йүнәлештәренең береһе – йәш эшҡыуарҙарға булышлыҡ итеү. Әлеге ваҡытта ошо йүнәлештә Рәсәй-Ҡытай бизнес-инкубаторы эшләп килә, ул Башҡорт дәүләт университеты нигеҙендә ике дәүләттең йәш эшҡыуарҙары араһында хеҙмәттәшлек, тәжрибә уртаҡлашыу, уртаҡ бизнес-проекттар төҙөү өсөн булдырылған.
Форум баш ҡалала ике көн дауамында эшләйәсәк, унда төрлө йүнәлештәге эшлекле килешеүҙәргә ҡул ҡуйыласаҡ, уртаҡ проблемаларҙы хәл итеү өсөн "түңәрәк өҫтәл"дәр үтәсәк, бизнес-проекттар тикшереләсәк, иҡтисади хеҙмәттәшлеккә нигеҙ ҡороласаҡ.