“Башнефть” предприятиеларына тәүге эш сәфәренән һуң Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Роснефть” нефть компанияһының баш башҡарма директоры Игорь Сечин менән осрашты.
Корпорацияның Мәғлүмәт сәйәсәте идаралығы хәбәр итеүенсә, яҡтар компанияның төбәктәге етештереү эшмәкәрлеге менән бәйле мәсьәләләрҙе тикшерҙе, шулай уҡ уның төбәктәге социаль-иҡтисади үҫешкә тос өлөш индереүен билдәләне. Шулай уҡ Башҡортостан тауар етештереүселәренең “Роснефть” предприятиеларының тендерҙарында ҡатнашыуы, “Башнефть” предприятиелары өсөн кадрҙар әҙерләү йәһәтенән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре күтәрелде.
Игорь Сечин Радий Хәбиров менән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙең үтәлешен, уны үҫтереү мөмкинлеген тикшерҙе.