Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров уңайлы ҡала мөхите булдырыу һәм йәшәү өсөн ыңғай шарттар тыуҙырыу буйынса эш кәңәшмәһе үткәрҙе.
Унда күп фатирлы йорттарҙы, ихаталарҙы, йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү мәсьәләләре тикшерелде. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, муниципалитеттарҙы үҫтереү программаларын тормошҡа ашырғанда биләмәләрҙең тышҡы йөҙө хаҡында ла уйларға кәрәк.
– Уңайлы ҡала мөхите булдырыу – мөһим бурыстарҙың береһе, – тине Радий Хәбиров. – Ошо мәсьәләгә етди иғтибар бирәсәкбеҙ.
Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Туманин капиталь ремонт һәм төҙөкләндереү программаларын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне. Өфө хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Салауат Хөсәйенов менән Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Шмелев башҡарылған эш тураһында хәбәр итте.
Республика етәксеһе үҙгәрештәр айырым биләмәләр сигендә генә ҡалмаҫҡа тейеш, тип билдәләне. Ихаталарҙы төҙөкләндереүҙе комплекслы алып барыу зарур. Ул шулай уҡ биләмәләрҙең, ҡорамалдарҙың, айырыуса балалар майҙансыҡтарындағы ҡулайламаларҙың хәүефһеҙлегенә иғтибарҙы йүнәлтте.