Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов Вьетнам Социалистик Республикаһының Екатеринбургтағы Генераль консулы Нго Фыонг Нги менән осрашты. Яҡтар иҡтисад, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһендәге хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе.
Атап әйткәндә, Вьетнамға – дизель яғыулығы экспортлау, унан емеш-еләк килтереү, республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттарында был ил студенттарын уҡытыуға бүленгән квотаны киңәйтеү, Башҡортостанда Вьетнам мәҙәниәте көндәрен үткәреү планлаштырыла.
Вьетнам делегацияһы Өфө дәүләт нефть техник университетына сәфәр ҡылды, Башҡорт-вьетнам дуҫлығы йәмғиәтенең эшмәкәрлеге менән танышты.