Башҡортостан Хөкүмәте үҙенең оператив кәңәшмәләрен хәҙер шәмбе һайын көндөҙгө сәғәт 1-ҙә уҙғара башлай. Уларҙа видеоконференция режимында республиканың ҡалалар һәм райондар хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнаша ала. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәновҡа ошондай йөкләмә бирҙе.
Төбәк Хөкүмәтендә кисәңге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров чиновниктарға эшкә ҡарата мөнәсәбәттәрен үҙгәртергә кәрәк тип әйтте, тип хәбәр итә «Медиакорсеть» мәғлүмәт порталы.
— Коллегалар, мин һеҙгә эшләргә тәҡдим итәм. Мин әле ҡарт кеше түгел, көсөм һәм ныҡышмалылығым да күп. Шуға йәки мин һеҙҙең менән, йә иһә башҡа кешеләр менән уңышҡа өлгәшәм, — тип баҫма Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының телмәренән өҙөмтә килтерә.
Радий Хәбиров, бынан алып чиновниктарҙың тыныс тормошо булмай, сөнки дәүләт хеҙмәтендә нормаға һалынған эш көнө булмай, тип билдәләне. Шул арала, ул ултырыш залында булған чиновниктарҙың бер ҡайһыһына ла дошмандарса мөнәсәбәттә ҡарамауын билдәләне, сөнки хөкүмәт ағзаларының һәр ҡайһыһында билдәле бер тормош һәм һөнәри тәжрибәһе бар. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, ул эшкә һәм халыҡҡа ҡарата миһырбанһыҙ мөнәсәбәт менән килешмәйәсәк.
— Мин – романтик та, теоретик та түгел, мин – айыҡ аҡыллы сәйәсмән. Һеҙҙең менән дөйөм эш буйынса партнерҙарса һөйләшәм. Хөкүмәт ағзалары һәм муниципалитеттар башлыҡтары, тағы бер төркөм етәкселәр — бөтәһе бергә 200 кеше кешеләр үлмәһен, балалар мәктәпкә балта тотоп бармаһын өсөн яуаплы. Әгәр тейешенсә эшләргә әҙер булмаһағыҙ, кәңәшмәнән һуң башҡа нәмә менән шөғөлләнә алаһығыҙ, — тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.