Кисә Өфө ҡала Советында мэр вазифаһына конкурста ҡатнашырға теләк белдергән кандидаттарҙан документтар ҡабул итеү тамамланды.
Көрәш ҡыҙыу булмаҡсы, сөнки 29 кеше ҡаланы етәкләргә теләген белдерҙе. Сағыштырыу өсөн: уҙған осорҙарҙа уларҙың һаны өсәү-унауҙан артмай ине.
Кандидаттарҙың исемлеген Ҡала Советы, документтарҙы тикшергәндән һуң, 22 октябрҙә иғлан итәсәк. 29-ында иһә әңгәмәләшеү рәүешендә конкурс үҙе үтәсәк. Киләһе өс йылда кем Өфө мэры буласағын Ҡала Советы депутаттары хәл итәсәк.