Радий Хәбиров – йәштәр технопаркында15.10.2018
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфө дәүләт нефть техник университетының йәштәр технопаркында булды.

Уҡыу йорто ректоры Рәмил Бәхтизин әйтеүенсә, бында һәләтле инженерҙарҙы эҙләп табып, уларҙы вузға ингәнгә тиклем үк әҙерләү, уҡытыу, һөнәри һәм инновациялы мөхиткә йәлеп итеү бара. Технопаркта 3D-моделләү, прототиплау, робот техникаһы, виртуаль ысынбарлыҡ технологияһы, электроника нигеҙҙәре кеүек алдынғы фәндәр өйрәнелә.

Төбәк етәксеһе йәш тикшеренеүселәр менән аралашты, уларҙың киләсәккә пландары менән ҡыҙыҡһынды, фәнни-техник ижадта уңыштар теләне. Шулай уҡ юғары уҡыу йорто ректоры менән бергә университетты тамамлаусылар аллеяһын ҡарап сыҡты.



Вернуться назад