Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән таныштырғайнылар. Үҙенең сәләмләү һүҙендә ул былай тине:
– Ошонда һеҙҙең алдығыҙҙа баҫып тороу минең өсөн ҙур мәртәбә. Шул уҡ ваҡытта республика халҡы алдындағы яуаплылыҡ дәрәжәһен бик яҡшы аңлайым. Бөтә көс-дәртемде Башҡортостан Республикаһының артабанғы үҫешенә, уның халҡының тормошон яҡшыртыуға йүнәлтәсәкмен. Һәр ҡайһығыҙҙан да ошоно уҡ үтенәсәкмен һәм талап итәсәкмен. Республиканы артабан үҫтереү бурысын тырышлығыбыҙҙы туплап ҡына үтәргә мөмкин. Властың закондар сығарыу, башҡарма, хоҡуҡ һаҡлау тармаҡтары көстәрен, муниципалитет башлыҡтары эшмәкәрлеген берләштереп кенә һөҙөмтәләргә өлгәшә аласаҡбыҙ. Эшебеҙҙе дүрт миллионлы республика халҡы, һәр граждан мәнфәғәттәренән сығып төҙөргә тәҡдим итәм.
Бурыстарҙы Рәсәй Президентының киләсәккә илдең үҫеш стандарттарын билдәләгән указдарына нигеҙләнеп, асыҡлыҡ, законлылыҡ, һөҙөмтәлелек нигеҙендә ҡорасаҡбыҙ.