Республика йортонда Радий Хәбиров 1990 – 2010 йылдарҙа республикаға етәкселек иткән Мортаза Рәхимов менән эшлекле осрашыу үткәрҙе.
Радий Хәбиров, тап ошо ябай булмаған йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙең социаль-иҡтисади йәһәттән иң уңышлы төбәктәренең береһе булды, тип билдәләне, шулай уҡ Мортаза Рәхимов үҙенең уникаль тәжрибәһен халыҡтың тормошон яҡшыртыу маҡсатында йәмәғәтселекте туплау өсөн уртаҡлашыр, тигән ышаныс белдерҙе.