Радий Хәбиров: "Республикала көслө кадрҙар тупланған"13.10.2018
Дәүләт Йыйылышы -- Ҡоролтайҙа Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән таныштырғандан һуң, Радий Фәрит улы журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Улар алда торған бурыстарҙы хәл итеүҙә таяныр көстәргә, идара итеүҙәге кадрҙар тәьминәтенә, шихандар яҙмышына ҡағылды.

Радий Хәбиров, Башҡортостандың һәр саҡ көслө кадрҙар менән дан тотоуын билдәләп, республикала был йүнәлештәге эштең көйлө булыуын белдерҙе. "Беҙ әлеге команда менән эшләүҙе дауам итәсәкбеҙ, үҙгәрештәр зарурлығын ваҡыт күрһәтер", - тине ул.

Шихандар мәсьәләһен тәүҙә ентекле өйрәнеү кәрәклеген, бының өсөн дә ваҡыт талап ителгәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Фәрит улы.


Вернуться назад