Бөгөн Өфөлә республика парламенты йортонда үткән йыйылышта Рәсәй Федерацияһының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле И.А. Комаров Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнгән Р.Ф. Хәбиров менән таныштырҙы.
Хушлашыу телмәрендә Рөстәм Хәмитов барлыҡ хеҙмәттәштәренә эш өсөн рәхмәт белдерҙе һәм яңы командаға хәленән килгәнсе ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итте.
Таныштырыу сараһында сығыш яһап, Радий Хәбиров үҙенең тәүге указы менән республиканың уға тиклемге етәксеһе Рөстәм Хәмитовҡа һигеҙ йыл дауамындағы емешле хеҙмәте өсөн “Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены менән наградлауы тураһында әйтте.
Саранан һуң Игорь Комаров һәм Радий Хәбиров журналистарҙың күп һандағы һорауҙарына яуап бирҙе.