Бөгөн Рөстәм Хәмитов отставкаға китеүе хаҡында хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, яңы командаға йәмғиәттә абруй яулап, киләһе һайлауға әҙерләнергә ваҡыт кәрәк, шуға күрә вазифаны бушатыу тураһындағы ҡарарҙы ул әле үк ҡабул иткән. Рөстәм Хәмитов республикала тыныслыҡты һаҡлап ҡалыуҙың мөһимлеген, ә халыҡ мәнфәғәттәренең барыһынан өҫтөн булырға тейешлеген билдәләне.
Төбәк Башлығы вазифаһында ул һигеҙ йыл эшләне.