Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты менән Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәтенең уҡыу үҙәген үҙгәртеп ҡороу 1 февралдә тамамлана. Был учреждениелар республика Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһына ҡушыла.
Уҡыу үҙәге — бөтә хоҡуҡтарын, бурыстарын, мөлкәтен, Мәғарифты үҫтереү институты иһә белемде камиллаштырыуҙың һәм педагогик кадрҙарҙы ҡайтанан әҙерләүҙең өҫтәмә һөнәри программалары буйынса эшмәкәрлеккә ҡағылған функцияларҙы академияға тапшырасаҡ. Шул уҡ ваҡытта был ойошмаларҙа уҡытыусылар составы һаҡлап ҡалынасаҡ.