Бүздәк ерендә Сыуаш Республикаһы делегацияһы эш сәфәре менән булып китте.
Осрашыуҙың төп маҡсаты – урындағы үҙидара органдарын үҫтереү буйынса программаларҙың тормошҡа ашырылыу һөҙөмтәләре менән танышыу, ошо юҫыҡта тәжрибә менән уртаҡлашыу. Был йәһәттән Сыуашстандың һәм Башҡортостандың муниципаль берәмектәре араһында хеҙмәттәшлек, төбәктәрҙә урындағы үҙидара институтын нығытыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Әйткәндәй, урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы беҙҙең республикала 2014 йылдан уңышлы эшләп килә. Былтыр, мәҫәлән, был программа буйынса ярты миллиард һум самаһы аҡса тотонолған, 50 миллион һумлап халыҡтан йыйылған.
Сыуашстан ҡунаҡтары Бүздәк районындағы “Хәбибрахманов” крәҫтиән (фермер) хужалығында ла булды. Йәшелсә үҫтереү менән шөғөлләнгән ауыл уңғандарының эшмәкәрлеген ҡунаҡтар юғары баһаланы.
Сыуашстандың муниципаль берекмәләр Советының башҡарма директоры Станислав Николаев:
– Беҙҙе күргәндәр һоҡландырҙы. Район һәм республиканың ярҙамы менән фермер Фауил Хәбибрахманов йәшелсә етештереүсе заманса фабрика төҙөүгә өлгәшкән, – тине.