Рөстәм Хәмитов: “Ҡала етәксеһе һөнәри әҙерлекле, ғәҙел булырға тейеш”09.10.2018
Өфө ҡалаһы мэры вазифаһына дәғүә итеүселәрҙән документтар ҡабул ителә башланы.

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов баш ҡала етәкселегенә кандидаттың ниндәй сифаттарға эйә булыуын билдәләп үтте. “Ҡала үҫә, үҙгәрә, шуға күрә был вазифала алға ҡарап эш иткән кеше кәрәк. Кандидаттарҙың производствола эш тәжрибәһе туплауы яҡшы булыр ине. Ҙур сәнәғәт коллективында үҫкән кешенең ҡала менән идара итеүгә заманса яңылыҡтар индерергә һәләте, мөмкинлеге киңерәк. Бер юлы ул рухи, әхлаҡи яҡтан да көслө булһын, сөнки ҡала һәм уның халҡы өсөн яуаплылыҡ ҙур”, – тип белдерҙе Рөстәм Зәки улы.




Вернуться назад