Юл картаһы яңы мөмкинлектәр аса05.10.2018
Юл картаһы яңы мөмкинлектәр асаСанкт-Петербургта үткән VIII халыҡ-ара газ форумы сиктәрендә “Газпром” йәмғиәте менән Башҡортостандың сәнәғәт комплексы араһында хеҙмәттәшлек буйынса юл картаһына ҡул ҡуйылды. Документ республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров һәм компания идараһы рәйесе Алексей Миллерҙың ҡултамғалары менән нығытылды.

Юл картаһы сәнәғәт һәм фәнни-техник продукция менән бәйле эштәрҙең, “Газпром” йәмғиәте өсөн һатып алыуҙарҙа Башҡортостан ойошмалары продукттарының һәм хеҙмәттәренең асыҡлығын тәьмин итә. Шулай уҡ ул компания объекттарында үҙебеҙҙең илдә етештерелгән юғары технологиялы продукцияны ҡулланыу өлөшөн арттырыуҙы күҙаллай. Документта билдәләнгән саралар 2018 йылдан 2021 йылға тиклем арауыҡта ғәмәлгә ашырыласаҡ.

Юл картаһы сиктәрендә республиканың “Полигон” фәнни-производство предприятиеһы һәм “Салауатнефтемаш” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән импортты алмаштырыуҙа уртаҡ проекттар ҙа күҙаллана.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ форум сиктәрендә ойошторолған махсус күргәҙмә менән дә танышты. Унда башлыса республикабыҙҙың нефть-газ сәнәғәте өсөн ҡорамалдар, техника етештереү менән шөғөлләнгән предприятиелары ҡатнашты. Улар иҫәбендә – “Полигон” фәнни-производство предприятиеһы, “Салауатнефтемаш”, “Салауат катализатор заводы”, “Технотекс” йәмғиәттәре, “ОЗНА” компанияһы, “Пакер” фәнни-производство фирмаһы һәм башҡалар. Рөстәм Зәки улы тәҡдим ителгән продукция менән танышып, үҫеш йүнәлештәре һәм производствоны киңәйтеү мөмкинлектәре тураһында фекер алышты.


Вернуться назад