“Парламент халыҡҡа яҡын булырға тейеш”04.10.2018
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, уның урынбаҫарҙары, парламент комитеттарының рәйестәре һәм урынбаҫарҙары менән осрашты. Сара барышында төбәккә ҡағылышлы закондар базаһын камиллаштырыу, һайлаусылар менән бәйләнеште нығытыу тураһында һүҙ алып барылды.

– Дәүләт Йыйылышында биш йыллыҡ оҙайлы эш башлана. Ул республика өсөн дә, халыҡ өсөн дә бик мөһим. Баштан уҡ йүнәлештәрҙе дөрөҫ билдәләп, башҡараһы бурыстарҙы аңлап ҡарауығыҙҙы теләйем, – тине Рөстәм Зәки улы.

Константин Толкачев төбәк Башлығына парламент менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүе, берҙәм емешле хеҙмәт өсөн депутаттар корпусы исеменән рәхмәт белдерҙе. Ул шулай уҡ закондар сығарыу барышына йәмәғәтселекте, граждандар институтын нығыраҡ йәлеп итеү өсөн закон проекттарын халыҡ менән тикшереүҙе киңерәк йәйелдереү зарурлығын билдәләне.


Вернуться назад