Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев парламент комитеттары ҡарамағында эксперттар советтары булдырыу бурысын ҡуйҙы.
– Октябрь аҙағына тиклем һәр комитет ҡарамағында – кәмендә бер, ә үҙ эсенә киңерәк өлкәне алғандарында ике һәм унан күберәк эксперттар советы төҙөлөргә тейеш, – тине Константин Борисович.
Дәүләт Йыйылышы комитеттары ҡарамағындағы эксперттар советтары даими эшләгән консультатив-кәңәш органы һанала. Улар ҡануниәткә тәҡдимдәр әҙерләй, закон проекттарын тикшерә, федераль һәм республика ҡануниәтен камиллаштырыу буйынса теләктәрен еткерә. Эксперттар советына Дәүләт Йыйылышы депутаттары, Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм урындағы үҙидара органдары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, тәғәйен өлкәләрҙәге ғалимдар һәм юғары квалификациялы белгестәр инә.