Президент пенсия ҡануниәтенә үҙгәрештәрҙе раҫланы04.10.2018
Рәсәй Президенты Владимир Путин пенсия ҡануниәтенең айырым закон сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһындағы федераль законға ҡул ҡуйҙы. Дөйөм алғанда киләсәктә илдә ҡатын-ҡыҙ хаҡлы ялға – 60 йәштән, ир-ат 65 йәштән китәсәк.

Был документты 27 сентябрҙә Дәүләт Думаһы ҡабул иткәйне. Кисә Федерация Советы ла уны хупланы.

Ил етәксеһе шулай уҡ 2019 йылда ришүәтселәрҙән тартып алынған милекте Рәсәй Пенсия фонды бюджетына йүнәлтеү, пенсия алды йәшендәге граждандарҙы эшкә алмаған йәки эштән ебәргән өсөн яуаплылыҡ булдырған Енәйәт кодексына үҙгәрештәр индереү хаҡындағы закондарға ҡул ҡуйҙы.


Вернуться назад