“Уңышлы ғаилә – уңышлы Рәсәй!”04.10.2018
Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә ошо исемдәге Ғаилә эшҡыуарлығы форумында ҡатнашты. Ул “Ғаилә – Бизнес – Дәүләт: уңышлы хеҙмәттәшлектең нигеҙҙәре” бәхәс майҙансығында сығыш яһаны.

Рөстәм Зәки улы форум сиктәрендә ойошторолған ғаилә йүнселлегенең тауар күргәҙмәләрен ҡараны, Башҡортостанда ғаиләләргә күрһәтелгән ярҙам, республикала ғаилә эшҡыуарлығының киң таралған төрҙәре – ҡортсолоҡ һәм кооперация тураһында һөйләне.


Вернуться назад