Бәйләнеште нығытыу өсөн02.10.2018
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе үҙенең “Фейсбук”тағы битендә төбәк парламенты депутаттарын һайлаусылар менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу өсөн социаль селтәрҙәрҙе әүҙемерәк ҡулланырға саҡырҙы.

– Беренсе пленар ултырыштан һуң даими нигеҙҙә эшләгән депутаттар менән кәңәшмә уҙғарҙым. Парламент эшмәкәрлегенең асыҡлығын күтәреү, һайлаусылар менән депутаттар араһында бәйләнеште нығытыу тураһында фекер алыштыҡ. Был йәһәттән социаль селтәрҙәрҙе ҡулланыу киң мөмкинлектәр аса, – тип яҙа Константин Толкачев.

Парламент Рәйесе башҡа социаль селтәрҙәрҙе ҡулланған коллегаларының аккаунттарына һылтанмалар ҙа бирә.


Вернуться назад