Руслан Хәбибов – министр02.10.2018
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры итеп Руслан Хәбибов тәғәйенләнде.

Уға тиклем төбәк Башлығының икенсе Указына ярашлы Андрей Иванюта Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты булып һайланыу сәбәпле биләгән вазифаһын ҡалдырғайны.

Белешмә: Хәбибов Руслан Таһир улы 1974 йылдың 3 майында Һамар ҡалаһында тыуған. Пермь хәрби авиация техник училищеһын, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Әлеге көнгә тиклем Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары вазифаһын биләне.


Вернуться назад