![](https://bash.bashgazet.ru/uploads/posts/2018-10/thumbs/1538454315_chingizov.jpg)
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указына ярашлы, Фәнзил Сыңғыҙов Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.
Унан алда, Республика Башлығының Указына ярашлы, Николай Хорошилов Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты итеп һайланыуы сәбәпле Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһынан бушатылды.
Унан тыш, Республика Башлығы Указына ярашлы, “Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә бурыстарҙы бүлеү тураһында”ғы күрһәтмәгә үҙгәрештәр индерелде.
Документҡа ярашлы, быға тиклем Николай Хорошилов ҡарамағында булған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағындағы дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу мәсьәләләре БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Андрей Труханға йөкмәтелгән.
Фәнзил Сыңғыҙов мәғариф, мәҙәниәт, мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау, ҡулланыу һәм популярлаштырыу мәсьәләләре өсөн яуап бирәсәк.