Команда тупланды, маҡсаттар билдәләнде02.10.2018
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары үҙҙәренең беренсе пленар ултырышында республика парламентының даими комитеттарының һаны һәм составын раҫланы, уларҙың рәйестәрен һәм урынбаҫарҙарын һайланы.

Дәүләт ҡоролошо, хоҡуҡ һаҡлау һәм суд мәсьәләләре буйынса комитетты Владимир Нагорный етәкләйәсәк. Уның урынбаҫарҙары итеп Гөлсәсәк Бикбулатова менән Юрий Игнатьев һайланды.

Урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институты үҫеше һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комитет эшмәкәрлеге өсөн Сергей Афонин һәм уның урынбаҫарҙары Айгөл Гәрәева менән Юнир Ҡотлоғужин яуаплы буласаҡ.

Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре буйынса комитет рәйесе – Рида Собханғолова, ә уның урынбаҫарҙары – Илһам Ғәлин һәм Вячеслав Рябов.

Сәнәғәт, инновацион үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитет рәйесе итеп Хәлил Рәхимов һайланды, урынбаҫары – Рузалия Хисмәтуллина.

Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитетты Николай Хорошилов етәкләйәсәк, урынбаҫары булып Елена Родина эшләйәсәк.
Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет эшмәкәрлеге рәйес Әлфәрис Байсурин һәм уның урынбаҫары Руфина Шаһапова яуаплылығында.

Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитет рәйесе вазифаһына Раил Әсәҙуллин, урынбаҫары итеп Андрей Иванюта һайланды.

Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитетты Салауат Харрасов етәкләйәсәк, урынбаҫары – Ирек Зарипов.


Вернуться назад