Дәүләт Йыйылышы Рәйесе һайланды28.09.2018
Константин Толкачев Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе итеп һайланды. Алтынсы саҡырылыш парламенты депутаттары үҙҙәренең беренсе пленар ултырышында ошондай ҡарар сығарҙы.

Константин Толкачевтың кандидатураһын беренсе ултырышты әҙерләү буйынса ойоштороу комитеты тәҡдим итте. Ә был башланғыс менән “Берҙәм Рәсәй” партияһы фракцияһы сығыш яһаны. Депутаттарҙың күпселеге Константин Толкачев өсөн тауыш бирҙе.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе күрһәтелгән ышаныс өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Республиканың юғары закондар сығарыу һәм вәкәләтле органы Рәйесенә парламенттың эшен ойоштороу һәм төрлө кимәлдәге дәүләт власы органдары, йәмәғәт ойошмалары менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итеү йәһәтенән ҙур яуаплылыҡ һалынған. Дәүләт Йыйылышының яңы составы менән бығаса булдырылған матур башланғыстарҙы дауам итербеҙ, Башҡортостандың иҡтисади, интеллектуаль һәм мәҙәни ҡеүәте республика халҡы мәнфәғәтендә үҫешһен өсөн берҙәм эшләрбеҙ, тип ышанам, – тине Константин Борисович.

Константин Толкачев төбәк парламентын бишенсе тапҡыр етәкләй. Дәүләт Йыйылышы Рәйесе урынбаҫарҙары итеп “Берҙәм Рәсәй”ҙән Рөстәм Ишмөхәмәтов менән Эльвира Айытҡолова һәм КПРФ-тан Вадим Старов һайланды.



Вернуться назад