Ирек Ялалов Рәсәйҙең Федерация Советы ағзаһы – Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан вәкил итеп һайланды. Республика парламентының тәүге ултырышында күпселек тауыш менән ошондай ҡарар ҡабул ителде.
– “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы, Дәүләт Йыйылышы депутаты Ирек Ялаловтың кандидатураһы Рәсәй Конституцияһының 95-се статьяһына һәм “Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советын формалаштырыу тәртибе тураһында”ғы закондың 3-сө статьяһына ярашлы, “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы тарафынан тәҡдим ителде, – тип белдерҙе республика парламенты Рәйесе Константин Толкачев.
Ул Ирек Ялаловты яңы вазифа менән ҡотлап, Башҡортостан һәм Рәсәй мәнфәғәтенә емешле эшләүен теләне.