Өфөнөң Конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй һәм Беларусь журналистар һәм блогерҙарының “Дуҫтар-Сябры” берекмәһе вәкилдәре менән осрашты. Улар “Башҡортостан” ДТРК-һы базаһында үткән Төбәк тележурналистикаһы оҫтаханаһы эшендә һәм III Бөтә Рәсәй “Мобиль репортер” премияһын тапшырыу тантанаһында ҡатнаша.
Әңгәмә барышында республика Башлығы Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеше, төбәк-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу тураһында һөйләне. Шулай уҡ алдағы йылдарҙа үтәсәк ҙур саралар – ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең Бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумы, Бөтә донъя фольклориадаһы һәм “Апимондия” умартасылыҡ буйынса халыҡ-ара конгресы тураһында ла һүҙ алып барҙы. Рөстәм Зәки улы ҡунаҡтарҙы уларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы һәм Башҡортостан менән Беларусь Республикаһы араһында күптән инде тығыҙ хеҙмәттәшлек, дуҫтарса мөнәсәбәттәр урынлашыуын билдәләне.
Республикабыҙҙа белорус диаспораһы йәшәй, уларҙың күп өлөшө Иглин районында төпләнгән. Ҡайһы бер мәктәптәрҙә белорус теле өйрәнелә.
Төбәк Башлығы белдереүенсә, хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең төп йүнәлештәре нефтехимия, юл төҙөлөшө, ауыл хужалығы тармаҡтарына ҡағыла. Бынан тыш, Өфөнөң трамвай паркын ремонтлауға ла белорус белгестәрен йәлеп итеү күҙаллана.
Әлеге ваҡытта Беларусь Республикаһы менән Башҡортостан араһында сауҙа-иҡтисад, фәнни-техник, экология, гуманитар, мәҙәниәт һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте үҫтереү тураһында килешеү проекты әҙерләнгән.