Бөгөн, 27 сентябрҙә, Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Финанс баҙар буйынса комитет рәйесе Анатолий Аксаков менән осрашты.
Парламентарий Өфөлә эшҡыуарлыҡты һәм иҡтисадты финанслау, банк системаһын үҫтереү мәсьәләләренә арналған “түңәрәк өҫтәл”дәр эшендә ҡатнаша.
Башҡортостан Башлығы менән Дәүләт Думаһы депутаты республиканың финанс секторы эшмәкәрлеге, торлаҡ төҙөлөшө тупланмаһы программаһы, был өлкәләргә ҡағылышлы закондарҙы камиллаштырыу тураһында фекер алышты.
– Башҡортостан – күп йәһәттән, шул иҫәптән финанстар өлкәһендә лә күптәр өсөн үрнәк булырлыҡ төбәк. Һеҙҙә торлаҡ тупланмалары программаһы булдырылған. Белеүебеҙсә, ете меңдән ашыу граждан уны торлаҡ өсөн тәүге иғәнә булараҡ туплай. Минеңсә, был – бик яҡшы башланғыс. Ул үҙен Германияла, Францияла ла аҡланы, әле Башҡортостан миҫалында ла ыңғай яҡтарын күрәбеҙ. Киләсәктә законға тейешле үҙгәрештәр индереп, был башланғысты ил кимәленә сығарырбыҙ, тип уйлайым, – тине Анатолий Аксаков.