Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда алтынсы саҡырылыш республика парламентының беренсе пленар ултырышын әҙерләү буйынса ойоштороу комитетының икенсе кәңәшмәһе үтте.
Ойоштороу комитеты даими комитеттарҙың һан һәм шәхсән составы, Дәүләт Йыйылышы Рәйесе, уның урынбаҫарҙары, комитет рәйестәре вазифаһына кандидатуралар буйынса тәҡдимдәр индерҙе.
– Был мәсьәләләр парламенттың бөгөн үтәсәк тәүге ултырышында хәл ителәсәк. Тап ул алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың киләсәкке эшмәкәрлеген бидәләйәсәк, – тип белдерҙе республика парламенты Рәйесе, ойоштороу комитеты етәксеһе Константин Толкачев.