Вьетнам менән аралар яҡыная26.09.2018
Кисә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Вьетнамдың Бария-Вунгтау провинцияһы делегацияһы менән осрашты. Яҡтар киләсәктә сәнәғәт, сауҙа, ғилми һәм мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләрен ҡараны.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йыл Рәсәйҙә — Вьетнам, ә Вьетнамда Рәсәй йылы тип иғлан ителде. Программа сиктәрендә киң мәҙәни саралар күҙаллана. Мәҫәлән, Башҡортостан Вьетнамда, шул иҫәптән Бария-Вунгтау провинцияһында Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле гастролдәрен уҙғарырға тәҡдим итә.

— Беҙҙең республика – Рәсәйҙең алдынғы нефть химияһы сәнәғәте үҙәктәренең береһе, — тине Башҡортостан Башлығы. — Беҙ Вьетнамға химия сәнәғәте продукцияһын һәм нефть продукттарын сығарабыҙ. Шул уҡ ваҡытта республикабыҙ машина эшләү буйынса ла алға киткән. Вьетнамды автобустар, вертолеттар, төҙөлөш техникаһы, нефть-газ ҡорамалдары менән тәьмин итергә әҙербеҙ.

Әлеге көндә республикала Вьетнамдың биш предприятиеһы эшләй. Хеҙмәттәшлек гуманитар йүнәлештә лә алып барыла. Юғары уҡыу йорттарында 115 вьетнам гражданы белем ала. Инвестициялар йәлеп итеү программаһында ла Вьетнам компанияларының өлөшө ҙур. Рөстәм Хәмитов мәҙәниәт, туризм һәм ауыл хужалығы өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы.

Бөгөн Вьетнам делегацияһы ҙур күргәҙмә ойоштороп, башҡа йүнәлештәрҙә лә хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлеген тәҡдим итергә ниәтләй.



Вернуться назад