Башҡортостанға Вьетнамдың Бария-Вунгтау провинцияһынан рәсми делегация килде.
Ҡунаҡтарҙың маҡсаты – төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу. Беҙҙең республика пландарына иһә ауыл хужалығы тауарҙарын Азияға, атап әйткәндә Вьетнамға ла, оҙатыу ингән.
Ике көн эсендә сит ил вәкилдәре Башҡортостан етәкселеге, парламент депутаттары, Өфө нефть техник университеты етәкселеге һәм унда уҡыған вьетнам студенттары менән осрашасаҡ. Йәнә башҡорт-вьетнам дуҫлығы йәмғиәте эшмәкәрлеге менән танышасаҡтар, иҫтәлекле урындарға сәйәхәт ҡыласаҡтар.