“Берҙәм булһаҡ, ҙур эштәр башҡарырбыҙ”25.09.2018
Сенатор Лилиә Ғүмәрова ҡатын-ҡыҙҙар форумында сығыш яһаны.

Санкт-Петербургта Икенсе Евразия ҡатын-ҡыҙҙар форумы уҙыуы хаҡында хәбәр иткәйнек. Донъя кимәлендәге ҙур сараларҙың береһе булараҡ билдәләнгән халыҡ-ара ҡор 110 ил вәкилен бергә йыйҙы. Форумда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡатнашыуы уға мәртәбә өҫтәне. Сара барышында бихисап асыҡ фекер алышыу майҙансыҡтары, күргәҙмәләр эшләне, төрлө килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды, яңы проекттар башланғыс алды.

Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының башҡарма дәүләт власы органынан вәкил Лилиә Ғүмәрова етәк­селегендә ойошторолған “Ҡатын-ҡыҙҙар һәм сикһеҙ мәрхәмәтлек. Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек” фекер алышыу майҙансығындағы һөйлә­шеү ҙә эшлекле шарттарҙа үтте. Уның эшендә Рәсәй, Германия, Швейцария, Сербия, Украина, Латвия, Молдова илдәренән әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар – йәмәғәт ойошмалары, хәйриә фондтары етәксе­ләре ҡатнашты.

– Бөгөн мәрхәмәтлек ойошмаларында гүзәл зат вәкилдәренең өлөшө яҡынса 80 процент тәшкил итә. Улар ойоштороусылар, лидерҙар, башҡарыу­сылар булып сығыш яһай, – тип билдәләне Лилиә Салауат ҡыҙы.

Асыҡ фекер алышыу барышында Рәсәйҙә һәм донъяла хәйриәлек йүнәлешенең торошо тураһында сығыштар тыңланды, был тәңгәлдә тормошҡа ашырылған уңышлы проекттар менән танышыу, тәжрибә уртаҡлашыу ойошторолдо.

Майҙансыҡ эшендә ҡатнашыусылар Константин Грот исемендәге күреү һәләте зыян күргән балалар өсөн тәғәйен мәктәп-интернатта акция ойошторҙо. Был мәктәп – Рәсәйҙең ярайһы уҡ оҙайлы тарихҡа эйә уҡыу йорттарының береһе. Ул 1881 йылда асыла.

– Беҙҙең маҡсат – мәктәп менән танышыу ғына түгел, хәлдән килгәнсә ярҙам да итеү, – тине Лилиә Ғүмәрова. Ысынлап та, Икенсе Евразия ҡатын-ҡыҙҙар форумында ҡатнашҡан “Протек” хәйриә фонды вәкилдәре белем усағына дауалау һәм реабилитация саралары үткәреү өсөн 500 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы.

– Форум барышында беҙ ҙур саралар һәм программалар, донъяла хәйриәлек хәрәкәтенең иҫ киткес киң булыуы хаҡында һүҙ алып барҙыҡ. Ә бит ана шул оло эштәр тап ошондай бәләкәй, әммә изге һәм ихлас сараларҙан башлана. Был акция ла бер-беребеҙгә ярҙам итеү зарурлығын, мохтаждар хаҡында хәстәрлек күреү, кемдеңдер тормошона йылылыҡ өрөү өсөн бары тик теләк кенә кәрәклеген асыҡ күрһәтте, – тип белдерҙе Лилиә Салауат ҡыҙы.

Шулай уҡ сенатор фекер алышыу майҙансығы барышында яңғыраған ҡайһы бер һорауҙар буйынса эштең артабан дауам ителәсәге, хәйриә ойошмалары менән берлектә әлеге йүнәлешкә ҡағылышлы закондарҙы камиллаштырыу йәһәтенән тәҡдимдәр әҙерләнәсәге хаҡында хәбәр итте.

– Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар тормоштоң төрлө өлкәләрендә, айырыуса мәғри­фәт­селек, гуманитар һәм хәйриә эш­мәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша. Беҙ тәжрибә уртаҡлаштыҡ, яңы башлан­ғыстарға нигеҙ булырҙай уй-ниәттә­ребеҙҙе барланыҡ. Берҙәм булһаҡ, уларҙы мотлаҡ тормошҡа ашыра­саҡбыҙ, – тип илебеҙҙең төньяҡ баш ҡалаһында уҙған халыҡ-ара кимәлдәге сараға ҙур баһа бирҙе ул.


Вернуться назад