Йәшәү сифаты иҡтисадҡа бәйле25.09.2018
Республиканың көнбайыш төбәге заман менән бергә атлай.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Октябрьский ҡалаһына сәфәр ҡылды, уның барышында етештереү, социаль һәм инфраструктура объекттарында булып, ҡала етәкселеге менән биләмәнең киләсәк үҫешен тикшерҙе.

Төбәк етәксеһе “Петротул” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең етештереү майҙансығында булды. Был предприятие нефть һәм газ скважиналары өсөн бөтә төр инженер-технологик хеҙмәт күрһәтә. Уның төп заказсыларының береһе – “Башнефть” акционерҙар йәмғиәте.
Компания шулай уҡ ҡыя йүнәлешле һәм горизонталь скважиналар төҙөлөшөндә мәғлүмәти һәм техник-технологик оҙатыу хеҙмәттәре лә күрһәтә. Бының өсөн предприятиела үҙҙәре етештергән “Target” электромагнит бәйләнеш каналы телеметрик, шулай уҡ сит илдә етештерелгән гидравликалы бәйләнеш каналы булған системаларҙы ҡулланалар.

Рөстәм Хәмитов ҡоролмаларҙы, продукция өлгөләрен ҡараны, предприятие етәкселеге һәм эшсәндәре менән осрашты, ERP системаһын (махсус программалар ярҙамында предприятие ресурстарын планлаштырыу, етештереү интеграцияһының һәм операцияларының ойоштороу стратегияһы, хеҙмәт ресурстары, финанс менеджменты, активтар менән идара итеү) индереү мәсьәләһен тикшереүҙә ҡатнашты.

— Был системаһыҙ булмай, сөнки материалдарҙы иҫәпкә алырға, планлаш­тырырға, системалаштырырға кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов.
Төбәк Башлығы “һаҡсыл етештереү” нигеҙҙәрен индереү перспективалары, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу мөмкинлектәре менән дә ҡыҙыҡһынды. Шулай уҡ ул “Петротул” компанияһы ҡала инфраструктураһын үҫтереү планы нигеҙендә төҙөгән социаль объекттарҙа булды. Һүҙ ике мең квадрат метр майҙанды биләгән балалар уйын майҙансығы һәм 180 тамашасыға иҫәпләнгән футбол майҙаны тураһында бара. Рөстәм Зәки улы йәш футболсылар менән аралашты, ҡалала киләсәктә ҡалҡасаҡ социаль объекттар менән ҡыҙыҡһынды. Улар иҫәбендә – көкөрт-водород дауаханаһы, боҙ һарайы, бассейн.

Ҡала хакимиәте башлығы Алексей Шмелев республика Башлығы бойороҡтарына ярашлы төҙөлгән дөйөм ҡулланылышлы комплекслы спорт майҙансыҡтары тураһында һөйләне. Бындай майҙансыҡтар гимназиялар һәм мәктәптәр биләмәләрендә сафҡа индерелгән, уларҙа балалар һәм ата-әсәләр үҙ иткән тренажерҙар ҡуйылған.

Сәфәр барышында Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәһендә булды, эшҡыуарҙар, ауыл етештереүселәре, ҡала халҡы менән аралашты. Рөстәм Зәки улын көҙгө уңыш, баҙар хаҡтары ҡыҙыҡһындырҙы.

Шулай уҡ эшлекле сәфәр барышында төбәк Башлығы ҡаланың яңы һыу тәьминәте системаһы һәм “Мегафлекс” етештереү компанияһы менән танышты.


Вернуться назад