Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте. Төбәк етәксеһе республика халҡы менән мәҙәниәт, социаль өлкә, архив эше мәсьәләләре буйынса фекер алышты.
Башҡортостан Милли музейының төбәк тарихы бүлеге мөдире Вера Макарова төбәк Башлығына Башҡортостан Милли архивының К. Маркс урамындағы боронғо тарихи корпусын һаҡлап ҡалыуҙы үтенеп мөрәжәғәт итте. Осрашыу барышында ул шулай уҡ архив фондын цифрлаштырыу, архив майҙандарын киңәйтеү зарурлығына иғтибарҙы йүнәлтте.
Өфөлә йәшәгән Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы һәм Журналистар союзы ағзаһы Фәрит Әхмәҙиев башҡорт теленән руссаға һәм рус теленән башҡортсаға художестволы тәржемә буйынса белгестәр әҙерләү мәсьәләһен күтәрҙе. Ул республикала Художестволы тәржемә үҙәген асырға тәҡдим итте. Үҙәк Рәсәй нәшриәттәре һәм йәмәғәт берекмәләре менән эште һөҙөмтәлерәк ойоштороу мөмкинлеген бирер ине.
Баш ҡаланан шәхси эшҡыуар Александра Хисаметдинова иһә Башҡортостандан ситтә һабантуйҙар үткәреүҙең берҙәм концепцияһын төҙөү һәм уларҙы ойоштороу тәртибен камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәрен индерҙе. Эшҡыуарҙар Бөрөнән Андрей Верещагин, Благовещендан – Илнар Хәбибов һәм Нефтекаманан Фирүзә Насирова социаль өлкә учреждениеларында аутсорсинг нигеҙендә туҡланыуҙы ойоштороу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Был осрашыу Рөстәм Хәмитов июндә үткәргән махсус кәңәшмәнең дауамы булды.
Ҡабул итеү йомғаҡтары буйынса республика Хөкүмәтенә, министрлыҡтарға һәм ведомстволарға, шулай уҡ муниципалитет башлыҡтарына тейешле күрһәтмәләр бирелде.