Башҡортостан парламентының яңы һайланған депутаттар корпусы алдында бик мөһим бурыстар тора, тигән фекерҙә иҡтисад фәндәре, эшлекле администрациялау докторы, “Берҙәм Рәсәй” партияһынан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты булған Рөстәм Ахунов. Уның әйтеүенсә, был бурыстар иң элек 12 федераль проекттың төбәк йүнәлештәрен уңышлы тормошҡа ашырыу менән бәйле.
– Ил Президентының Мөрәжәғәтнамәһендә һәм “май” указдарында ҡуйылған бурыстар мотлаҡ үтәлергә тейеш. Минеңсә, улар илдең барлыҡ башҡа төбәктәре, шул иҫәптән Башҡортостан өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә. Бындай проекттар һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, транспорт һәм территориаль үҫеш өлкәһенә ҡағыла. Ошоға бәйле депутаттарҙың бурысы – үҙ ваҡытына ярашлы, тормошсан мөһим һәм бик дөрөҫ закондар ҡабул итеү, – тине депутат.
Ул шулай уҡ һайлау алды компанияһында ҙур эш башҡарылыуын билдәләне.
– Партия һәм айырым кандидаттар тарафынан башҡарылған эш буйынса фекер йөрөткәндә, беҙ республика халҡы менән үҙ-ара бәйләнеште яйға һалдыҡ, иң киҫкен проблемаларҙы аңланыҡ, – тине Рөстәм Ахунов.