Уңыш башы – ышаныс21.09.2018
Эшлекле даирәләр донъя иҡтисадының нигеҙен билдәләй

18-19 октябрҙә Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәрендәге бәләкәй эшҡыуарлыҡтың IV форумы уҙғарыла. Ошо айҡанлы, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә, ТАСС мәғлүмәт агентлығында матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Унда шулай уҡ Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәксеһе Сергей Катырин ҡатнашты.

Ҡатнашырға теләүселәр күп

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ШОС һәм БРИКС илдәренең  бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре өсөн фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы булдырыу тураһында 2014 йылда, БРИКС илдәренең Бразилиялағы Форталеза ҡалаһында үткән йыйынында тәҡдим иткәйне. Башланғыстың уңышлы булыуын сараның Башҡортостан ерендә быйыл дүртенсе тапҡыр ойошторолоуы, ҡатнашыусылар һанының бермә-бер артыуы тағы берҙе иҫбатлай. Мәҫәлән, октябрҙә үтәсәк форумда Рәсәй төбәктәре вәкилдәренән тыш, Азия, Европа, Африка илдәренең эшлеклеләре лә ҡатнашасаҡ. Республика етәксеһе фекеренсә, ошондай саралар етәкселәр йәки сәйәсмәндәр өсөн түгел, ә, тәүге сиратта, эшҡыуарҙар өсөн кәрәк. Йыйын йүнселдәр араһында торған һайын абруйлы һәм билдәле була барғаны ла раҫ: сара тураһында йыл ба­шында иғлан ителеү менән ҡатна­шырға теләк белдереүселәрҙән хаттар килә башлай, сөнки унда эшҡыуарлыҡты борсоған мәсьәләләр эҙмә-эҙлекле хәл ителә, бизнес бәйләнештәре нығына, тип билдәләне Рөстәм Зәки улы конференция барышында.

– Форум, һис шикһеҙ, республиканың эшлекле даирәләрендә лә ифрат ҙур ҡы­ҙыҡһыныу тыуҙыра. “Түңәрәк өҫ­тәл”­дәр­ҙә аралашырға, эшлекле бәйлә­нештәр булдырырға теләгән кешеләрҙән сират тора. Ошоға бәйле, эшҡыуарҙар һаны ла арта. Әлбиттә, беҙҙәге күрһәт­кестәр Көнсығышта йәки Көнбайыштағы кеүек түгел, әммә беҙ үҫәбеҙ. Рес­публиканың кесе һәм урта эшҡыуарлығы төбәк тулайым продуктының (ВРП) 30 процентын формалаштыра һәм 1,3 триллион һумдан артып китте. Бындай ваҡиғалар бизнестың үҫеше өсөн дөрөҫ фон булдыра, – тине Рөстәм Хәмитов.
Уның һүҙен Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Сергей Катырин да ҡеүәтләне: хәҙер бизнес даирәләренең тәжрибә уртаҡлашырлыҡ, аралашырлыҡ үҙ майҙаны бар, һәм улар уға ышаныс белдерә.
Аралашыу майҙаны булыуы мотлаҡ

Әйткәндәй, Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ағзаларының күпселеген бә­ләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре тәшкил итә. Ә ШОС һәм БРИКС берләш­мәһенә ингән дәүләттәрҙә Ер шары халҡының 40 проценты йәшәгәнен һәм донъяның тулайым эске продуктының (ВВП) 20 проценты етештерелгәнен иҫәпкә алғанда, шулай уҡ был даирә ағзаларының донъяла ярайһы ҙур урын биләгәне көн кеүек асыҡ.

Бәләкәй һәм урта бизнес өсөн аралашыу майҙансыҡтары булыуы үтә мөһим. Күргәҙмәләрҙә, форумдарҙа ҡатнашып, улар фекерҙәштәрен таба, бизнес үҫеше өсөн яңы юлдар эҙләй. Әйткәндәй, ШОС һәм БРИКС илдәрендә Азия вәкилдәре күп, ә улар бизнес ҡорор алдынан күҙмә-күҙ ҡарашып аңлашыуға өҫтөнлөк бирә. Бындай мөмкинлек, ышаныс тап ошондай сараларҙа тыуа ла инде, тип билдәләне матбуғат конференцияһында ҡатна­шыусылар. Ғөмүмән, бизнес бәйлә­нештәре өсөн эшҡыуарҙарҙың күҙмә-күҙ осрашып аралашыуы, аңлашыуы шарт, сөнки күп осраҡта ошо даирә эшлеклеләре ғаилә бизнесын үҫтерә, ә улар эшмәкәрлеген төрлө хәүефтәрҙән ҡурсаларға тырыша.

Проблемалар ҙа бар

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов бәләкәй һәм урта эшҡыуар­лыҡтың уңыштары менән бер рәттән көнүҙәк проблемалары хаҡында ла әйтеп үтте. Мәҫәлән, бәләкәй һәм эре бизнес­тың етештереү процесында уртаҡ теҙмә­һен яйға һалыу фарыз. Был хаҡта власть вәкилдәре һәм Сауҙа-сәнәғәт палатаһы даими хәстәрлек күрә. Донъя тәжри­бәһенә күҙ һалһаҡ, эре предприятие­ларҙың бәләкәй предприятиелар менән уратып алынғанын, икенселәрҙең тәүгеләре өсөн комплектлаусы әйберҙәр етештереүен, ә бергәләп улар уртаҡ һөҙөмтә өсөн эшләгәнен күрергә була.

– Ә Рәсәйҙә эре бизнестың ишектәре, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәләкәй һәм урта бизнес өсөн ябыҡ, был хәл бик яй ғына үҙгәрә. Шул уҡ ваҡытта бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың ҙур бизнес даирәләре менән эшлекле бәйләнеш­тәрҙе ауыр булдырыуы иҡтисади мөмкинлектәрҙе сикләй. Ошо проблема форумда ла тикшереүгә сығарыласаҡ, – тине төбәк Башлығы.

Донъя иҡтисадын билдәләүселәр

Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Сергей Катырин әйтеүенсә, ул етәкселек иткән ойошма ағзаларының 70 проценттан ашыуы – тап бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре. Ғөмүмән, донъя иҡтисадында ошо даирә эшлек­леләре төп көс булып тора. Мәҫәлән, Ҡытайҙа эш урындарының 70 процентын, экспорттың 80 процентын тап бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре тәьмин итә. Образлы итеп әйткәндә, был бизнесмендар донъяның иҡтисади үлсәүе артыҡ уңға йәки һулға тайшанып китмәүҙе, алтын урталыҡты, үҫештең тотороҡлолоғон гарантиялай.

Рәсәйҙә иһә хәлдәр башҡасараҡ, бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре экспорттың ни бары алты-ете процентын ғына булдыра. Әлбиттә, был хәлде үҙгәртеү йәһәтенән иҡтисади йәмәғәтселек һөҙөмтәле юлдар эҙләй, яңы мөмкинлектәрҙе ҡуллана. Өфөлә үтәсәк форум да – ошо ысулдарҙан.
Унан тыш форум Рәсәй төбәктәре тормошон сағылдырыу йәһәтенән дә ифрат отошло. Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҙур мегаполистарҙа төрлө форумдар, саралар, саммиттар көн һайын тиерлек күпләп үтә.

– Ошо йәһәттән үҙәккә төшкән көсөр­гәнеште кәметеү, сит ил вәкилдәренә илдең  башҡа төбәктәрендә лә эшлекле тормош барлығын күрһәтеү, ул ғына түгел, киләсәктә Рәсәйҙең һәр төбәгендә ниндәйҙер йүнәлеш буйынса аралашыу майҙансығын булдырырға тырышыу зарур. Форум илебеҙҙең алдынғы төбәктә­ренең береһе булған Башҡортостандың йәшәйеше, эшлекле даирәләре, хатта күркәм тәбиғәте менән дә танышыу мөмкинлеген бирә. Был – абруй, төбәктең билдәлелеге, инвестициялар йәлеп итеү, – тип билдәләне Рөстәм Зәки улы.

Шул уҡ ваҡытта ШОС һәм БРИКС илдәренең  бәләкәй һәм урта эшҡыуар­лыҡ вәкилдәре хеҙмәттәшлеге өсөн ҡаршылыҡтар ҙа етерлек. Былар иҫәбендә – дәүләттәрҙең ҡануниәтенең, тради­цияларының, таможня ҡағиҙәләренең һәм стандарттарының төрлөлөгө. Ҡайһы саҡта эшкә ҡарата мөнәсәбәттең ныҡ айырылыуы ла хеҙмәттәшлеккә кәртә булыуы ихтимал. Ошоларҙы яйлау өсөн Рәсәй тәҡдиме менән БРИКС-тың Эшлекле советы сиктәрендә ҡаршылыҡ­тарҙы билдәләүсе һәм уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләүсе эшсе төркөм ойошторолған. Мәҫәлән, хәҙер йәмғиәттә бик популяр булған күренеш – электрон сауҙаны ғына алайыҡ. Был юҫыҡта берҙәм ҡағиҙәләр юҡ. Тимәк, уларҙы булдырыу зарур. Шулай уҡ виза мәсьәләһе лә көнүҙәк, уларҙы ябайлаштырыу бизнес өсөн бик мөһим. Был йәһәттән тәүге уңыштар ҙа бар.

Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы илдең ошондай уҡ ойошмалары рәтендә алдынғыларҙан иҫәпләнә, тип белдерҙе матбуғат конферен­цияһында Сергей Катырин. Өфөлә РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһы эргәһендәге Халыҡ-ара коммерциялы арбитраж судының бүлексәһе асылыуы ла – быға ҡеүәт: тимәк, бизнес даирәһе һәм сауҙа-сәнәғәт палаталары системаһы Башҡорт­остандағы ойошмаға юғары ышаныс белдерә.

Туристар ағымы артасаҡ

Рөстәм Зәки улы форумда туризм мәсьәләләренә айырыуса ҙур иғтибар бүленәсәген билдәләп үтте. Ағымдағы йылдың һигеҙ айында республикаға бер нисә миллион кеше килеп киткән (был иҫәпкә эшлекле сәйәхәттәр ҙә инә). Республиканың хозур тәбиғәте, уның кеше тарафынан тәләфләнмәүе, һис шикһеҙ, күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.

– Салауат районында урынлашҡан “Янғантау” геологик паркын ЮНЕСКО-ның глобаль селтәренә индереү буйынса ыңғай яуап килде. Республикала тейешле туристик инфраструктура булдырыу буйынса эштәр алып барыла. Был парк – 250 миллион йыллыҡ боронғо донъя океаны төбөн күрһәткән Рәсәйҙәге берҙән-бер биләмә. Бында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, хатта эре бизнес өсөн дә эшмәкәрлек даирәһе киң. Был хаҡта форумда ла һүҙ буласаҡ, – тине Рөстәм Зәки улы.



Вернуться назад