Ышаныс күрһәтелде11.05.2012
Ышаныс күрһәтелде
10 майҙа Ҡариҙел район Советы ултырышы булды. Унда хакимиәт башлығын тәғәйенләү тураһындағы мәсьәлә ҡаралды.
Конкурс һөҙөмтәһе буйынса Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы итеп контракт буйынса Ғарифуллин Илдар Вил улы тәғәйенләнде.

***

Илдар Ғарифуллин 1963 йылдың 25 мартында Өфөлә тыуған. Юғары белемле — Башҡорт дәүләт университетын һәм Урал дәүләт юридик академияһын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1985 йылда Ҡариҙел районындағы Ҡараяр урта мәктәбе уҡытыусыһы булып башлай. Унан һуң директор урынбаҫары, директор булып эшләй. 1999 йылдан 2010 йылға тиклем Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы урынбаҫары була. 2010 йылдан алып әлегә тиклем район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары булып эшләгән.
Илдар Ғарифуллин “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә эйә.
Г. ИШЕМҒОЛОВА.


Вернуться назад