Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәре өсөн фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы булдырыу тураһында 2014 йылда уҡ, БРИКС илдәренең Бразилиялағы Форталеза ҡалаһында үткән йыйында тәҡдим иткәйне.
Был башланғыс бик уңышлы булып, унда йылдан йыл ҡатнашыусылар һаны арта, быйыл сарала Азия, Европа, Африка илдәре вәкилдәре лә буласаҡ. Унан тыш форум Рәсәй төбәктәре тормошон сағылдырыу йәһәтенән дә ифрат отошло. Мәскәү, Санкт Петербург кеүек мегаполистарҙа төрлө форумдар, саралар күпләп үтә. Был сара иһә сит ил вәкилдәренә илдең алдынғы төбәктәренең береһе — Башҡортостандың йәшәйеше, эшлекле даирәләре, хатта күркәм тәбиғәте менән дә танышыу мөмкинлеге бирәсәк.
Билдәле булыуынса, ағымдағы йылдың 18—19 октябрендә донъяның төрлө төбәктәренән йыйылған эшлекле даирә вәкилдәре тағы ла Башҡортостандың баш ҡалаһында осрашасаҡ: ШОС һәм БРИКС илдәрендәге бәләкәй эшҡыуарлыҡтың IV форумы уҙғарыласаҡ.