“Бер-береңдә ышаныс тыуҙырыу өсөн уңайлы майҙан”18.09.2018
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ТАСС мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың уңыштары менән бер рәттән көнүҙәк проблемалары хаҡында ла әйтеп үтте.

Бизнес бәйләнештәре өсөн эшлекле даирә вәкилдәренең күҙмә күҙ осрашып аралашыуы, аңлашыуы шарт, сөнки күп осраҡта ошо даирә эшлеклеләре ғаилә бизнесын үҫтерә, эшмәкәрлеген төрлө хәүефтәрҙән ҡурсаларға тырыша. Был йәһәттән, асыҡтан асыҡ аралашыу, бер береңдә ышаныс тыуҙырыу өсөн форум бик уңайлы майҙан, тип билдәләне Рөстәм Зәки улы.

Шул уҡ ваҡытта бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың ҙур бизнес даирәләре менән эшлекле бәйләнештәрҙе ауыр булдырыуы иҡтисади мөмкинлектәрҙе сикләй, тине төбәк Башлығы.


Вернуться назад