Республика Конституцияһына ярашлы, парламенттың яңы составына һайланғандан һуң утыҙынсы көндә тәүге пленар ултырышҡа йыйылырға кәрәк. Әммә республика Башлығы уны иртәрәк тә саҡырыуы ихтимал. Беренсе ултырышҡа әҙерлеккә бәйле мәсьәләләр тураһында Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев һөйләне.
— Тәүге ултырышты үткәреү һәм уға әҙерлек тәртибе норматив документтарҙа билдәләнә, — тине Константин Толкачев. — Тәүге этапта һайлауға йомғаҡ яһап, партиялар эсендә исемлектәр төҙөләсәк. Артабан сәйәси партиялар лидерҙары менән осрашыуҙар үткәрелә, парламент фракциялары ойошторола. Унан һуң фракциялар үҙҙәренең ултырышын үткәреп, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙағы етәксе вазифаларға кандидатуралар буйынса тәҡдимен индерәсәк.
Тәүге тапҡыр тулы составта 110 депутат кәңәшмәгә йыйыласаҡ. Унда беренсе пленар ултырышҡа әҙерләнеү буйынса ойоштороу комитеты төҙөлә. Комитет составына 11 кеше, шул иҫәптән бер рәйес инә. Әйткәндәй, ойоштороу комитетында парламентҡа үткән барлыҡ сәйәси партиялар депутат мандаттары һанына пропорциональ рәүештә ҡатнашасаҡ.
Тәүге ултырышта шулай уҡ парламенттың даими комитеттары ойошторола. Әле улар — һигеҙ. Депутаттар шулай уҡ көҙгө сессияла Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың закон проекттары эшенә ҡағылған өлгө программа проектын раҫлаясаҡ.