“Берҙәм Рәсәй” алға сыҡты11.09.2018
Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлау кампанияһының һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Унда ике исемлек буйынса ла “Берҙәм Рәсәй” партияһы иң күп тауыш йыйған.

Төбәк парламентында “Берҙәм Рәсәй” партияһы 110 мандаттың 79-ын алған. Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы 15 мандатҡа, Рәсәйҙең либераль-демократик партияһы – ете, “Ғәҙел Рәсәй” – биш, “Рәсәй патриоттары” – ике, “Йәшелдәр” партияһы ике мандатҡа эйә булған.
Дөйөм алғанда, һайлау кампанияһында ун партия ҡатнашҡан, әммә закон буйынса уларҙың биш проценттан күберәк тауыш йыйғандары ғына парламентҡа үтә ала. Партия исемлеге буйынса “Берҙәм Рәсәй” 35, КПРФ – 11, ЛДПР – 6, “Ғәҙел Рәсәй” 3 мандатҡа эйә булған.

Бер мандатлы округтар буйынса алты партия вәкиле, уларҙың араһынан “Берҙәм Рәсәй” партияһы тәҡдим иткән 44 кандидат үткән, КПРФ-тан – дүрт, “Ғәҙел Рәсәй”ҙән – ике, “Рәсәй патриоттары”нан – ике, ЛДПР-ҙан – бер, “Йәшелдәр” партияһынан – бер. Шулай уҡ үҙ-үҙен күрһәткән бер кандидат еңеүгә өлгәшкән.

Бынан тыш, республиканың 21 муниципалитетында урындағы үҙидаралыҡ органдарына өҫтәмә һайлау уҙҙы. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса уларҙағы 37 депутат мандатының 32-һе “Берҙәм Рәсәй” партияһы вәкилдәренә эләккән, шулай уҡ “Социаль ғәҙеллек өсөн Рәсәй пенсионерҙары партияһы”нан – бер, үҙ-үҙен тәҡдим иткән дүрт кешегә ышаныс белдерелгән.

Берҙәм һайлау көнөндә һайлау хоҡуғына эйә булғандарҙың 49,08 проценты үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән, 2013 йылда был һан 52,84 процентҡа тиң булған. Өфөлә – 29,44, ҡалаларҙа – 40,57, райондарҙа халыҡтың 61,91 проценты сәйәси сарала ҡатнашҡан.
Һайлау кампанияһы ваҡытында Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһында эшләгән “ҡыҙыу бәйләнеш” телефонына төрлө һорауҙар менән 328 кеше шылтыратҡан.


Вернуться назад