Йәмәғәтселек иңендәге ҙур яуаплылыҡ11.09.2018
Ошо дәүләттә йәшәгәс, йәмғиәтебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө булғас, сәйәсәттән ситләшеү, ул ғына түгел, гражданлыҡ бурысыңды үтәүҙән баш тартыу – һис килешмәгән эш. Ошо ябай, әммә мөһим тәғлимәттең раҫлығын Башҡортостан халҡы, һис шикһеҙ, аңлай һәм һәр ваҡыт төрлө кимәлдә үткән һайлауҙарҙа әүҙем ҡатнаша, ил һәм төбәк киләсәгенә бәйле үҙ тауышын әйтеп ҡалырға тырыша.

Бына әле лә, 9 сентябрҙә, Берҙәм һайлау көнөндә республика халҡы алтынсы саҡырылыш Баш­ҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайланы. Алдан уҡ күҙаллаған­са, республика кимәлен­дәге һай­лауға граждандар, ғәҙәт­тәгесә, ил Президентын һайлауға ҡарағанда аҙыраҡ килһә лә (йәмғиәттә сәйәси лидерҙар сәйәси институттарға ҡарағанда юғарыраҡ баһалана), Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәти йәһәттән ҙур эш башҡарғанын иҫәпкә алып, һайлау юғары кимәлдә үтте, уның барышында сифат йәһәтенән дә өр-яңы мөмкинлектәр ҡулланылды.

Әйткәндәй, сәйәси сараның мөһимлеген республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та, һайлау участ­каһына килеп, үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән саҡта тағы берҙе билдәләне:

– Һайлауҙар – тарихыбыҙҙың мөһим өлөшө. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай халыҡ тормошонда мөһим роль уйнай, депутаттар тормоштоң һәр даирәһе өсөн яуаплы. Дәүләт Йыйылышын ойоштороуҙа ҡатнашып, халыҡ та ошо йәһәттән дәүләт тормошона йоғонто яһай.
Статистика мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, ғәҙәттә, һайлауҙарҙа ауыл халҡы әүҙемерәк ҡатнаша. Был ғәмәл 9 сентябрҙә тағы бер раҫланды, шул уҡ ваҡытта участкаларҙа йәштәрҙең күп булыуы ҡыуандырҙы: тимәк, йәш быуын ижтимағи процестарға әүҙем ҡушыла, үҙ һүҙен әйтеп ҡалырға тырыша.

Һайлауҙар менән бер рәттән, республиканың район-ҡалала­рындағы мәғариф, мәҙәниәт, һау­лыҡ һаҡлау учреждениеларында Асыҡ ишектәр көнө үтте. Халыҡ өсөн был сара ла ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле ине: бәғзеләр кулинария, косметология, декоратив-һынлы сәнғәт буйынса оҫталыҡ дәрестәре алһа, ауыл мәҙәниәт йорттарында урындағы һәүәҫкәрҙәр концерт программалары әҙерләгән. Шулай уҡ күргәҙмәләр, спорт бәйгеләре, экскурсиялар, презентациялар, төрлө конкурстар, викториналар ҙа ойошторолдо. Күп кенә ҡала мәктәп­тәрендә йәрминкәләр уҙҙы. Көҙгө муллыҡ осоронда үткәрелгән был сараны халыҡ та, балалар ҙа ярата. Ҡайһы бер һайлау участкаларының мәғариф учреждениеһында урын­лашҡанын иҫәпкә алғанда, халыҡ бер юлы гражданлыҡ бурысын да үтәй алды, файҙалы сарала ла ҡатнашты.

Һандарға килгәндә, Башҡорт­остан Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, 9 сен­тябр­ҙәге һайлауҙарҙа 18 йәше тулған 19 618 кеше беренсе тапҡыр ҡатнашты. Шулай уҡ исемлектәрҙә утыҙ йәшен үткән 585 633, 80 йәшен уҙған – 137 035, 100 йәште уҙған 155 һайлаусы теркәлгәйне.

Республиканың бер нисә “исемле” участкаһында юғары әүҙемлек күҙәтелде. Мәҫәлән, Бәләбәй районының Надеждино ауылын­дағы Сергей Аксаков исемендәге, Илеш районында М. Гәрәев исемендәге участкаларҙа халыҡ иртәнән ҙур әүҙемлек күрһәтте.

Нисек кенә булмаһын, йәмә­ғәтселек иңенә ғәйәт ҙур яуаплылыҡ һалған был һайлауҙар ҙа тарихта ҡалды, ә депутат мандатына эйә булған кешеләрҙең киләсәктә республикабыҙ өсөн файҙа килте­реүен, йәмғиәтебеҙҙәге йәшә­йеш сифатын күтәрерлек закондар ҡабул итеүен, аныҡ эше менән кешеләргә ярҙам итеүен һәм һайлаусыларҙың ышанысын аҡла­уын теләргә ҡала.


Вернуться назад