Туймазы ҡалаһында “Башҡортостан ирекмәне” тип аталған ҙур форум үтте. Республикабыҙҙың төрлө райондарынан йыйылған иң яҡшы ирекмәндәр үҙҙәренең проекты менән таныштырҙы.
Иглин районының ирекмәндәр ойошмаһы етәксеһе Люция Ғәлимова үҙенең номинацияһында еңеүсе тип табылды. Ул конкурстың Бөтә Рәсәй этабында ҡатнашып, Башҡортостан ирекмәндәренең данын яҡлаясаҡ.