Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлау кампанияһының һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Партия исемлеге буйынса ла, бер мандатлы округтарҙа ла “Берҙәм Рәсәй” партияһы иң күп тауыш йыйған.
“Берҙәм Рәсәй” партияһы 110 мандаттың 79-ын алған. Коммунистар партияһы — 15 мандатҡа, ЛДПР – ете, “Ғәҙел Рәсәй” – биш, “Рәсәй патриоттары” менән “Йәшелдәр” икешәр мандатҡа эйә. Үҙ-үҙен тәҡдим иткәндәр араһынан бер кеше еңеп сыҡҡан.
Дөйөм алғанда, һайлау кампанияһында ун партия ҡатнашҡан, әммә законға ярашлы, уларҙың биш проценттан ашыу тауыш йыйғандарына ғына мандат тапшырыла.
Берҙәм һайлау көнөндә һайлаусыларҙың 49,8 проценты гражданлыҡ бурысын үтәгән.