9 сентябрҙә республикабыҙҙың һайлау участкаларына килгән 33 мең һайлаусынан һорау алыу һөҙөмтәһендә түбәндәге мәғлүмәттәр билдәле булды:
Һорауға яуап биреүселәрҙең 52 проценты «Берҙәм Рәсәй» өсөн тауыш биргән,
КПРФ өсөн — 21 %,
ЛДПР өсөн — 10%,
«Ғәҙел Рәсәй» өсөн — 8%,
«Рәсәй патриоттары» өсөн — 5%,
«Йәшелдәр» партияһы өсөн — 2,5%.
Һайлаусыларҙың 1,5 проценты бюллетенде боҙоу осраҡтары хаҡында белдергән. Һайлау участкаларында булған граждандарҙың өстән бер өлөшө һорауға яуап биреүҙән баш тартҡан. Һорау алыуҙа хаталаныу 3-5 процент тәшкил иткән.