Дәүләт Йыйылышына һайлауҙа тауыш биреүселәр һаны 47 проценттан ашҡан09.09.2018
Башҡортостанда һайлауҙа, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һайлаусыларҙың 47,11 проценты тауыш бирҙе, тип хәбәр итте Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова:

- Яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, республика райондарында һайлаусыларҙың 59,81% тауыш бирҙе, ҡалаларҙа — 38,77, Өфөлә — 27,55%. Сағыштырыу өсөн: бынан алдағы республика Дәүләт Йыйылышына һайлауҙа халыҡтың 53% ҡатнашҡайны.

Башҡортостанда төбәк парламентына һайлау тамамланды. Республикала йәшәүселәр бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға 110 депутатты һайланы. Уларҙың яртыһы — бер мандатлы округтар, икенсе яртыһы сәйәси партиялар исемлеге буйынса һайланды.


Вернуться назад