Учалы районында һәм ҡалаһында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлау кампанияһы тыныс һәм ҡанунға ярашлы шарттарҙа үтте.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр күҙәтелмәне. Бөтәһе 35617 граждан тауыш бирҙе. Был – һайлау исемлегенә ингәндәрҙең 61,82 проценты. Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Әлфиә Ғарифуллина ошо хаҡта хәбәр итте.