Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы һәм “Граждандар контроле” төбәк бүлексәһе ойошторған колл-үҙәктә ”Һайлау төнө” дауам итә.
Һайлауҙың тәүге һөҙөмтәләре буйынса район һәм ҡалалар араһында Благовещенскиҙа халыҡ әүҙемлек күрһәтмәгән, йәғни һайлау хоҡуғы булған граждандарҙың 25 проценты ғына ҡатнашҡан. Башҡортостан Респуликаһының Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина белдереүенсә, бындай күренеш Санкт-Петербург ҡалаһына ла хас.
Башҡоротостан Үҙәк һайлау комиссияһынан белдереүҙәренсә, республика халҡының 47,11 проценты тауыш биреүҙә ҡатнашҡан, ә 2013 йылда был һан 52,84 процентҡа тиң булған. Район халҡының – 59,81, ҡала халҡының – 38,77, Өфөлә йәшәгәндәрҙең 27,55 проценты һайлауға килгән.